Arslanbekov Nasretdin GisamovichАРСЛАНБЕКОВ Насретдин Гусманович (Гисамович) (1903 – 1990), гвардии старшина.

Родом из д. Даут-Каюпово Кугарчинского района РБ.

До войны работал председателем колхоза имени Папанина.

Призван в Красную Армию в 1941 г. Юмагузинским РВК БАССР.

Служил повозочным взвода боепитания 148-го гвардейского артиллерийско-миномётного полка.

Награжден орденами Красного знамени, Отечественной войны II степени (1985), медалями “За боевые заслуги” (1944), “За отвагу” (1945), “За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.” (1945), "За освобождение Варшавы", "За взятие Берлина" и др.

После демобилизации снова возглавил родной колхоз, который после укрупнения получил название "Знамя труда". С 1947 года и до выхода на пенсию работал заготовителем в заготовительной конторе. Проживал в д.Тляумбетово.

 

Атайым Арыҫланбәков Насретдин Ғосман улы 1903 йылғы ине. Һуғышҡа тиклем “Папанин исемендәге колхоз” рәйесе була, һуғышҡа урып-йыйыу эштәре тамамланғас алына. Таһир Күсемов етәкселек иткән 112-се кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Сталинград алышында, Курск, Варшава, Прага, Берлин ҡалаларын азат итеүҙә, Эльба йылғаһында Америка ғәскәре менән осрашыуҙа ҡатнаша, Бранденбург ҡапҡаһына тиклем барып етә.
Һуғыштан ҡайтҡас, фронтҡа киткәнсе эшләгән “Папанин исемендәге колхоз”рәйесе булып эшен дауам итә. Торараҡ өс ауылды берләштереп, колхозды ҙурайталар. 1947 йылға тиклем “Знамя труда” колхозы рәйесе, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы әҙерләүсе (заготовитель) булып эшләй.
Ҡыҙыл байраҡ, 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “Варшаваны алған өсөн”, “Праганы алған өсөн” “Берлинды алған өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” һәм башҡа орден-миҙалдар менән бүләкләнә. Барлығы 17 миҙал һәм 2 орден. 1990 йылда донъя ҡуя. Уның хаҡында мәғлүмәттәр бик аҙ, сөнки ваҡытында атайым хаҡында һөйләү тыйылған булған. Зәки Вәлиди яҡлы булған тигән мәғлүмәт тә бар ине.
Ишмөхәмәт АРЫҪЛАНБӘКОВ.
Теләүембәт ауылы. 

 

© 2021 МСОО "Всемирный курултай (конгресс) башкир"; ГАУН РБ "Башкирская энциклопедия"